Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
18 Сентябрь 2021, 14:49

Гражданлыҡ бурысыбыҙ бит

Мораҙым ауылында йәшәүсе ысын ир аҫылы, Афған һуғышындағы хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн 1982 йылда “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнгән яугир – Хәлит Ҡотлогилдин да тауыш биреүҙе иртәгәһенә ҡалдырмаған. - Һайлау – һәр ҡайһыбыҙҙың гражданлыҡ бурысы бит. Ил ҡушҡанса, намыҫ ҡушҡанса тип йәшәп өйрәнелгән, - ти һуғыш яраларын һаман да тәнендә, йөрәгендә һаҡлаусы уҙаман.

Гражданлыҡ бурысыбыҙ бит
Гражданлыҡ бурысыбыҙ бит

 Тормоштағы ғәҙелһеҙлектәр, һынауҙар үҙен һис урап үтмәһә лә, Хәлит ағай һәр саҡ йор һүҙле, күтәренке кәйефле, үҙ иленең, үҙ еренең ысын патриоты. Юҡҡа ғына уға 2446-сы һайлау участкаһы комиссияһында яуаплы бурыс йөкмәтелмәгән.

 Мораҙым ауылының икенсе таһыл заты – солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе, өҫтәүенә балта оҫтаһы Ғафур Хоҙайғолов та (икенсе фотола) тауыш бирер өсөн ашығып килеп инде. Дөрөҫ, “кабинка”ла бик оҙаҡ тотҡарланды. Күрәһең, “ете ҡат уйлап, бер ҡат ҡырҡырға” кәрәклекте иҫендә тотҡандыр...

 Комиссия рәйесе Луиза Моталапова был участкала кисә үк әүҙем һайлағандарын, айырыуса йома намаҙынан һуң өлкәндәрҙең күпләп килеүен билдәләп үтте. 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: