Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
17 Сентябрь 2021, 16:34

Район үҙәгендә икеләтә байрам

Һайлау көнө электән күңелдә ҙур байрам кеүек иҫтә ҡалған. Иртә таңдан ауылда һайлау участкаһы яғынан (ғәҙәттә ул клубта, йәиһә мәктәптә урынлаша) һәр тарафҡа күңелле моң тарала, йәше лә, ҡарты ла үҙ бурысын тиҙерәк үтәргә ашыға...  Бөгөн район үҙәгендә лә урамдар йәнләнде. Кемдәрҙер һайлауға, икенселәр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә моделле район үҙәк китапханаһы асылыу тантанаһына ашыҡты. Ҡыҫҡаһы, Мораҡта икеләтә байрам булды.

Район үҙәгендә икеләтә байрам
Район үҙәгендә икеләтә байрам

Китап һөйөүселәрҙе, заманса төҫ алған зауыҡлы китапхананың коллективын тәбрикләргә БР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та килгәйне. Ул күгәрсендәрҙең шатлығын уртаҡлашып, республика буйынса бөгөн алтынсы  шәп китапхана асылыуын белдерҙе.

 Ихлас ҡотлауҙарға, аҡ теләктәргә бай тантананан һуң район мәҙәниәт һарайы артистарының күбеһе тауыш бирер өсөн үҙ участкаһына юлланды.   

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: