Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
17 Сентябрь 2021, 14:52

Байрамдан һуң һайлауға елдергән

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн, 17 сентябрҙә, илдә бөтә һайлау участкалары асылды. Районда 65 участка һайлау комиссияһы үҙ эшен башланы.  Мораҡ башҡорт гимназияһы бинаһында урынлашҡан 2388-се һайлау участкаһы рәйесе Валентина Коротина: - Һайлауға кеше иртәнге сәғәт 8-ҙә үк килә башланы. Иң тәүгеләрҙән булып Олег Пелагеин килде. Төшкә ҡәҙәр ғаиләләре менән килеп тауыш биргәндәр ҙә байтаҡ булды. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә, һәр килгән кешегә ручка, битлек, бирсәткәләр бирелә, - тип белдерҙе.

Байрамдан һуң һайлауға елдергән
Байрамдан һуң һайлауға елдергән

 Шул уҡ мәктәптә урынлашҡан 2387-се һайлау участкаһында тауыш биреп сыҡҡан район мәҙәниәт һарайының мәғлүмәт-аналитика бүлегенең әйҙәүсе методисы Гөлсөм Байбулатова:

- Һәр ваҡыт һайлауға иртә менән йөрөп өйрәнелгән.     Бөгөн бер аҙ һуңлап киттем әле, төшкә ҡалынды. Моделле район үҙәк китапханаһын асыу тантанаһынан тура бында елдерҙем, - ти.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: