Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
17 Сентябрь 2021, 12:25

Һайлауҙа өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша

Элек байрамдар артыҡ күп булманы. Яңы йыл, Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө, Совет Армияһы көнө һәм Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө, 7 ноябрь байрамы... Әммә рәсми рәүештә булмаһа ла, халыҡ өсөн байрам тойолған йәнә бер көн бар ине. Ололар яуапты шунда уҡ табыр - ул Һайлау көнө. 2395-се һайлау участкаһына Һапаш, Вәлит, Ялсы ауылдары инә. Иң беренсе булып Һапаш ауылынан Раҡия һәм Фитрат Мусиндар, Ялсынан Гүзәл менән Салауат Сафуановтар килгән. Үкенескә күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһында әлеге мәлдә өлкәндәрҙең барыһы ла  һайлау участкаларына килә алмай. Әммә был улар мөһим кампаниянан ситтә ҡала тигән һүҙ түгел, һайлау участкалары вәкилдәре уларҙы өйҙәренә килеп һайлата. Түбәнге Һапаш ауылында йәшәүсе Фәриҙә инәй Ишкинина, мәҫәлән, һайлау комиссияһын өйөндә көтөп алған һәм  үҙе теләгән кандидаттар һәм партия өсөн тауыш биргән.  

Һайлауҙа өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша
Һайлауҙа өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша

Элек байрамдар артыҡ күп булманы. Яңы йыл, Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө, Совет Армияһы көнө һәм Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө, 7 ноябрь байрамы... Әммә рәсми рәүештә булмаһа ла, халыҡ өсөн байрам тойолған йәнә бер көн бар ине. Ололар яуапты шунда уҡ табыр - ул Һайлау көнө.

2395-се һайлау участкаһына Һапаш, Вәлит, Ялсы ауылдары инә. Иң беренсе булып Һапаш ауылынан Раҡия һәм Фитрат Мусиндар, Ялсынан Гүзәл менән Салауат Сафуановтар килгән.

Үкенескә күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһында әлеге мәлдә өлкәндәрҙең барыһы ла  һайлау участкаларына килә алмай. Әммә был улар мөһим кампаниянан ситтә ҡала тигән һүҙ түгел, һайлау участкалары вәкилдәре уларҙы өйҙәренә килеп һайлата.

Түбәнге Һапаш ауылында йәшәүсе Фәриҙә инәй Ишкинина, мәҫәлән, һайлау комиссияһын өйөндә көтөп алған һәм  үҙе теләгән кандидаттар һәм партия өсөн тауыш биргән.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: