Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Октябрь 2021, 11:04

Һәләтле хеҙмәткәр, өлгөр хужабикә

  Ауыл ҡатын-ҡыҙы... Ниндәй генә йөктө алмай ул үҙ иңдәренә: өй эсендә бөхтәлек, именлек булдырып йорт-ҡураһының ҡотон һаҡлай, әсәлек бурысын үтәй, боронғонан ҡалған йола буйынса ир хаҡын хаҡлай... Өҫтәүенә йылдар дауамында яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, хөкүмәт эшендә йөкмәтелгән бурыстарҙы уфтанмай ғына намыҫлы башҡара.  Бына, Мораҡ район үҙәк дауаханаһының процедура бүлмәһендә эшләүсе Зөлфиә Әлимғолова ла намыҫлы хеҙмәткәр һәм һәләтле шәфҡәт туташы ғына түгел, иртәле-кисле бер нисә һыйырын һауып, яҡындарын һөт ризығынан, тәмле аш-һыуынан өҙмәгән өлгөр хужабикә лә, икенсе яртыһы өсөн тоғро ҡатын да, һөйөклө ҡыҙы өсөн изгелекле әсә лә!

Һәләтле хеҙмәткәр, өлгөр хужабикә
Һәләтле хеҙмәткәр, өлгөр хужабикә

Зөлфиә Ғарифулла ҡыҙының бала сағы һәм гүзәл йәшлек таңдары Күгәрсен ауылында үтә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ тырыш ҡыҙ киләсәккә һөнәрен билдәләп ҡуя. Бәләкәй сағында өләсәһенең: “Үҫкәс аҡ халат кейеп, кешеләрҙе дауаларһың”, - тип йыш ҡабатлауы ла, һис шикһеҙ, Зөлфиәнең күңелендә был кәрәкле һөнәрҙе үҙләштереү теләген тыуҙырыуға йоғонто яһай.

 Күгәрсен урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт медицина колледжына уҡырға инә. Дүрт йыл акушерлыҡ йүнәлеше буйынса белем алған дәүерендә баш ҡаланың төрлө дауаханаларында санитар эшен башҡарып, ауырыуҙарға ярҙам итеп был өлкәлә тәжрибә тупларға ла өлгөрә, уҡыуында ла гел яҡшы билдәләргә өлгәшә. Ҡулына диплом алғас, Өфө һалаһының 4-се бала тыуҙырыу йортонда эшләй. Районға ҡайтҡас, өс йыл Исем ауылында һауыҡтырыу амбулаторияһында, артабан Мораҡ район үҙәк дауаханаһында гинекология бүлегендә эшләп, һәр яҡлап тәжрибә туплай.

 Ә 2006 йылдан Зөлфиә Әлимғолова процедура бүлмәһендә шәфҡәт туташы эшен ҙур намыҫ менән башҡара. Бында уколға, дауаланыу курстары үтергә йөрөүсе кешеләр уның хаҡта: “Зөлфиәнең ҡулдары килешле, тылсымлы”, - тиҙәр. Алтын ҡуллы шәфҡәт туташының һәр кемгә яҡты йөҙө, йылы һүҙе, кәңәше бар. Халыҡ ихтирамын ул Хоҙайҙан бирелгән һәләте, күркәм булмышы менән лайыҡлы рәүештә яуланы.

 Тормош юлдашы – Рамаҙан Ғәбит улы ла талымһыҙ, эшһөйәр заттан. Оҙаҡ йылдар урындағы һөнәрселек училищеһында эшләгән уҙаман хәҙер шәхси хужалыҡ тота, хәләл ефете өсөн һәр яҡлап ныҡлы терәк булып тора. Берҙән-бер ҡыҙҙары Зөлхизә лә ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы булып үҫеп килә.

 Эргәбеҙҙә тажлы зәхмәт һағалап торған мәлдә үҙҙәренең сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләргә ярҙам күрһәтергә ынтылыусы һәм тирә-яҡҡа шәфҡәт нуры өләшеүсе аҡ халатлыларға ҡарата айырыуса ихтирамлы булырға кәрәктер... Зөлфиәгә лә ҡулдарының талымһыҙ булыуын теләйек!    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: