

- Тыуған төйәк, халҡың мәнфәғәте өсөн эшләп, тирә-яҡтың ихтирамын яулау – оло бәхет. Ошонда төпләнеп ҡалыуыма, ғүмеремде һаулыҡ өлкәһенә бағышлауыма бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килмәне тормошта, - ти ул ихлас күңелдән.
1963 йылдың 1 сентябрендә Мораҙым ауылында ишле ғаиләлә тыуған ҡыҙ талымһыҙ ата-әсә тәрбиәһендә бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә. Мораҡ башҡорт мәктәбендә белем алған осорҙа уҡ күңелендә “киләсәктә медицина белгесе булам” тигән уй инеп оялай. Хыялдарын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән Өфө республика медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, районға эшкә ҡайта.
Оло хеҙмәт юлын Һатлыҡ ауылы пунктында фельдшер булараҡ башлаған белгестең иңдәренә 1987 йылда Багдашкин (Ыуары) ауылы халҡын хеҙмәтләндереү бурысын йөкмәтәләр. Ә 2013 йылдан бирле Вәзирә Кәрим ҡыҙы тыуып үҫкән төбәге – Мораҙым һәм үҙен хөрмәт итеүсе Багдашкин ауылы кешеләрен хеҙмәтләндерә.
Һөнәри оҫталығы, кешелеклеге менән ике ауылдың да ихтирамын яулап алған фельдшер әүҙем йәмәғәтсе лә, утыҙ йылдан ашыу ғүмер йомғағын бергә һүткән тормош юлдашы – Хәләф Усман улы өсөн ышаныслы, уңған ҡатын да, ҡәҙерле ҡыҙы һәм улы өсөн хәстәрлекле әсә лә.