Мораҙым
+6 °С
Облачно
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Сентября 2020, 11:23

Сир сигенмәй бит әле

Уҙған дүшәмбе район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штабтың сираттағы кәңәшмәһе үтте. Беҙҙең районда сирләүселәр күпме, ҡайһы учреждениелар карантинға ябылған?

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҙған дүшәмбе район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штабтың сираттағы кәңәшмәһе үтте. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев үткән шәмбе Йомағужа психоневрология интернатында эшләүсе һәм йәшәүсе 207 кешегә тикшереү үткәреү барышында 9 кешелә (бөтәһе лә социаль хеҙмәт алыусылар) коронавирус асыҡланыуы тураһында әйтеп үтте. Интернатта эшләүселәрҙе һәм социаль хеҙмәттәр алыусыларҙы тикшереүгә бер хеҙмәткәрҙәрҙең пневмония менән ауырып китеүе сәбәпсе була. Учреждение 2 аҙнаға карантинға ябылған.
Теманы дауам итеп, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин коронавирус асыҡланған пациенттарҙың хәле тотороҡло булыуын, уларҙың температураһы булмауын һәм вирустың башҡа симптомдары әлегә беленмәүен билдәләне. Интернат учреждениеһына бер табип менән шәфҡәт туташынан торған пост ҡуйылған. Улар вирус йоҡтороусыларҙы даими рәүештә ҡарап, тикшереп тора. Әгәр пациенттарҙың хәле киҫкенләшеп китһә, уларҙы Күмертау ҡала дауаханаһында урынлашҡан госпиталгә алып китәсәктәр. Наил Рафаил улы райондағы дөйөм хәл-торош менән дә таныштырып үтте. Апрелдән районда бөтәһе 118 кешелә коронавирус инфекцияһы теркәлгән, уҙған аҙнала артыу темпы 17 процентҡа еткән.
Читайте нас