Һуңғы ваҡытта республиканың төрлө төбәктәрендә яңы ФАП-тар асылғанын әленән-әле зәңгәр экрандарҙан күреп, республика баҫмаларынан уҡып торабыҙ. Был иһә – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты, ил һәм республика етәкселеге тарафынан халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән программаларҙың уңышлы бойомға ашырылыуының тере миҫалы.
Заман талаптарына яуап бирәсәк яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуын Юлдыбай ауылы халҡы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. 1995 йылдан бирле ошо төбәк кешеләренә медицина ярҙамы күрһәткән, уларҙың уң ҡулына әүерелгән намыҫлы фельдшер – Гөлшат Алламоратова ла тиҙерәк бар уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ яңы ФАП-ҡа күсергә хыяллана. Иҫке мәктәп бинаһында елеккә үтерҙәй һыуыҡта, өҫтәүенә һыуһыҙ аҙапланып эшләү, әлбиттә, уны ла ялҡытты...
- Бинаның эске биҙәлеш эштәре генә ҡалды хәҙер. Яңы ФАП-тың ишектәре асылыуға һанаулы көндәр ҡалып килә, - тип тынысландырҙы юлдыбайҙарҙы капиталь төҙөлөш предприятиеһы начальнигы Факил Иҙрисов.
Тимәк, яҡын киләсәктә юлдыбайҙарҙың да хыялы тормошҡа ашыр. Гөлшат Яхъя ҡыҙы ла халыҡты заманса ФАП-та тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереп, үҙ эшен тағы ла яңы көс-дәрт менән ҡыуанып башҡарыр, ә иман йортона алыҫ түгел урынлашҡан ыҡсым мөһабәт бина төбәккә йәм өҫтәр.