Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
23 Июль 2021, 16:07

Аҡ халатлының аҡ уй-теләге

Һау-сәләмәт саҡта беҙ уларҙың донъяла барлығын да онотабыҙ. Ә аҙ ғына сырхауланып китһәк, ике генә түгел, дүрт күҙ төбәп аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Яңы заман вирусы арабыҙҙа киң ҡолас йәйгәс,  уларҙың ярҙамын айырыуса ныҡ тойҙоҡ, ауыр хеҙмәттәрен  баһаларға өйрәндек.  Көсөргәнешле мәлдә үҙ бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған шәфҡәт туташтары халыҡтың уң ҡулына әүерелде, үҙ сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләргә ярҙамға ашыҡты. Мораҡ үҙәк район дауаханаһында 1979 йылдан бирле намыҫлы эш башҡарған, тиҫтә йылдар дауамында үҙен пак күңелле ысын шәфҡәт эйәһе итеп танытып кешеләрҙең ихтирамын яулаған Миләүшә Мозафарова ла вирустан зарарланғандарҙың өйҙәренә барып дарыуын да тапшырҙы, хәлдәрен белешеп торорға ла ваҡытын тапты. Тәжрибәле белгес булараҡ, медицина ярҙамы күрһәтеүсе генә түгел, нескә психолог ролен дә башҡарҙы.

Аҡ халатлының аҡ уй-теләге
Аҡ халатлының аҡ уй-теләге

Һау-сәләмәт саҡта беҙ уларҙың донъяла барлығын да онотабыҙ. Ә аҙ ғына сырхауланып китһәк, ике генә түгел, дүрт күҙ төбәп аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Яңы заман вирусы арабыҙҙа киң ҡолас йәйгәс,  уларҙың ярҙамын айырыуса ныҡ тойҙоҡ, ауыр хеҙмәттәрен  баһаларға өйрәндек.

 Көсөргәнешле мәлдә үҙ бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған шәфҡәт туташтары халыҡтың уң ҡулына әүерелде, үҙ сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләргә ярҙамға ашыҡты. Мораҡ үҙәк район дауаханаһында 1979 йылдан бирле намыҫлы эш башҡарған, тиҫтә йылдар дауамында үҙен пак күңелле ысын шәфҡәт эйәһе итеп танытып кешеләрҙең ихтирамын яулаған Миләүшә Мозафарова ла вирустан зарарланғандарҙың өйҙәренә барып дарыуын да тапшырҙы, хәлдәрен белешеп торорға ла ваҡытын тапты. Тәжрибәле белгес булараҡ, медицина ярҙамы күрһәтеүсе генә түгел, нескә психолог ролен дә башҡарҙы.

 Башҡарҙы тип ни... Халыҡ бер аҙ тынысланһа ла, сир һаман да район ерлеген “ташлап китергә” йыйынмай әле. Миләүшә Бәғәҙәт ҡыҙы ла үҙе кеүек намыҫлы, эскерһеҙ аҡ халатлылар менән һаман да сафта тора. Уның эше поликлиникала табип менән бергә сирлеләрҙе ҡабул итеүҙән генә бөтмәй шул, участкаға беркетелгән (Мораҡ ауылының ун урамы, биш ауыл һәм ике утар) халыҡтың төрлө сирҙәргә ҡаршы прививкаларының яһалыуы-яһалмауын күҙәтеү аҫтында тоторға, диспансеризация буйынса бер өҙлөкһөҙ эш алып барырға кәрәк, урындарға сығып фельдшерҙар менән берлектә халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эше... Хәҙер яңы вирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеү буйынса ла аңлатыу эше алып барыу, был тәңгәлдә иңдәренә кеше һаулығы өсөн яуап биреү бурысы өҫтәлде.

- Аҡ халат кейгәнемә ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килмәне. Халыҡ менән эшләргә яратам. Кешеләр менән аралашыуҙан, уларға ярҙам итә алыуымдан бер кинәнес алам, - ти ул ихлас күңелдән.

 Миләүшә апай намыҫлы эшсән генә түгел, ихаталарын гөл итеп тотоусы уңған хужабикә лә, икенсе яртыһы – 1980 йылдың алтын көҙөнән бирле ғүмер юлын пар аҡҡоштарҙай татыу үткән Рәил Рәшит улын милли аш-һыуҙар менән “наҙлаусы” һөйөклө ҡатын да, ике ҡыҙы өсөн йән атыусы хәстәрлекле әсә һәм ейән-ейәнсәрҙәре өсөн изгелекле өләсәй ҙә.

 Изгелеккә ынтылышлы аҡ халатлы заман сиренең бер сиге, аҙағы булырына ышана, кешеләрҙе лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙә донъяның бар йәмен тойоп йәшәргә тырышырға саҡыра.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: